Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бизнес дәүләт ярҙамынан мәхрүм булмаясаҡ

Бөгөн Өфөлә асылған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Яңы халыҡ-ара ысынбарлыҡта эшҡыуарҙарҙы яҡлау” тигән сессия ла үткәреләсәк. Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Яңы халыҡ-ара ысынбарлыҡта эшҡыуарҙарҙы яҡлау” тигән сессия ла үткәреләсәк. Уны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса вәкиле аппараты ойоштора. Башҡортостандың бизнес-омбудсмены Ирина Абрамова әйтеүенсә, сессияла ҡатнашҡандарҙы ҡыҙыҡлы программа көтә. Саҡырылған эксперттар Рәсәй иҡтисадының төп тармаҡтарындағы хәл тураһында һөйләйәсәк, шулай уҡ яҡлау механизмдары буйынса фекерҙәрен әйтәсәк, ил бизнесының яңыса шарттарҙа нисек эшләйәсәген күҙаллаясаҡ. “Хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеү һәм яңыса хеҙмәттәшлекте үҫтереү Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи системаһы өсөн ҙур һынау булып тора. Беҙ эксперттарҙан улар халыҡ-ара хоҡуҡ проблемаларын нисек күреүҙәрен, уларҙы хәл итеү ысулдарын ишетергә теләйбеҙ”, – ти Ирина Абрамова. Сессияла ҡатнашҡандар шулай уҡ бизнесты халыҡ-ара санкциялар шарттарында йоғонтоло яҡлау стратегияһы буйынса ла фекер алышырға ниәтләй. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.