Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттарының «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге вәкилдәре менән ғәмәлдәге һәм перспективалы проекттар сиктәрендә үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса осрашыуы үтте.«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының өҫтөнлөклө һәм перспективалы проекттары хаҡында ойошманың Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны.- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2020 йылдан башлап йыл һайын тематик йылдар иғлан итә һәм планлы саралар уҙғара. Мәҫәлән, Башҡорт тарихы йылында башҡорт ырыуҙарының съездары башланды. Әлеге көнгә тиклем 30-ҙан ашыу йыйын үткәрелгән. Мәҙәниәт йылы сиктәрендә “Ижади майҙан” проекты ойошторолдо, унда ижади интеллигенция райондарға барып, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәрҙе. Фән һәм мәғрифәт йылында иһә беҙ “Фәнни майҙан” уҙғарабыҙ. Урындарҙа халыҡты йәмәғәт һәм аң-белем таратыу эшенә йәлеп итеү йәһәтенән бындай саралар үҙен аҡланы. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа милләт-ара хеҙмәттәшлек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә төп йүнәлештәрҙең береһенә әүерелде. Мәҫлән, Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән төрлө милләт кешеләре өсөн тәғәйенләнгән. Милләт-ара хеҙмәттәшлек өлгөһө итеп шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы командаһы менән берлектә тормошҡа ашырылған "Тәмле. Беҙ бергә” проектын атарға була. Ул Татарстандың баш ҡалаһында үткән "Күп милләтле Рәсәй" Х бөтә Рәсәй журналистар конкурсында беренсе урын яуланы. Һәр программа – асылда, республика халыҡтарының береһе тураһында мини-энциклопедия.Икенсе мөһим проект – “Айыҡ ауыл” республика конкурсы, ул да милләт-ара хеҙмәттәшлек өлгөһө: төрлө халыҡ вәкилдәре, ниндәй дин тотоуына һәм милләтенә ҡарамаҫтан, айыҡлыҡ биләмәһен булдырыу өсөн көстәрен берләштерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эльвира Ринат ҡыҙы.Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов әйтеп үтте.Стратегияны 2020 йылдың 25 декабрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡабул иткән. Уны тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов етәкселегендә БР Фәндәр академияһы ғалимдары әҙерләгән. Документтың төп маҡсаты - дәүләт мәнфәғәттәрен, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, башҡорт халҡының үҫешенә булышлыҡ итеү, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу.Шулай уҡ Башҡорт халҡының Үҫеш стратегияһына Ҡушымта бар. Унда Стратегияның төп тезистары һәм маҡсаттары, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары аныҡланған.– Стратегияға Ҡушымта – төп документтың ғәмәли аспекттары һәм тормошҡа ашырыу планы. Унда ғаиләнән башлап, халҡыңа тиклем илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү юлдары яҙылған, артабан балалар, үҫмерҙәр һәм йәш быуын вәкилдәре менән эшләү мөмкинлектәрен үҙ эсенә алған, - тине Юлдаш Йосопов.Сығыштарҙан һуң фекер алышыу булды. Айырым депутаттарҙан ғәмәлдәге һәм перспективалы проекттар сиктәрендә үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны.Фекер алышыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты.– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төрлө проекттарҙы системалы рәүештә тормошҡа ашыра, яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, күп яҡлы «Айыҡ ауыл» проектын ойоштороусыларҙың идеяһы күпкә киңерәк булып сыҡты: ауылда айыҡлыҡты модаға индереү генә түгел, ә эскелек менән ваҡыт үткәреүгә алмаш табыу, кешеләрҙе изге, файҙалы эштәргә йәлеп итеү еүек төшөнсәләр төп маҡсат булып тора. Дүрт йыллыҡ йомғаҡтарға ҡарағанда, ниәт ысынлап та уңышлы булып сыҡты, тәү сиратта, ауыл халҡы өсөн. Ошо ваҡыт эсендә проекттың популярлығы ла һиҙелерлек артты. Шул уҡ ваҡытта конкурста ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн яңы механизмдар хаҡында ла һөйләштек бөгөн.Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына килгәндә, ул ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Стратегияның логикаһы – системалы, аныҡ маҡсаттары һәм бурыстары, саралар планы бар, - тине Урал Таһир улы. Фото авторҙыҡы.