Бөгөн танылған йырсы, бәрхәт тауышлы Сәйет Билалов тыуған көнөн билдәләй. Сәйет 1985 йылдың 22 ноябрендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Сәйет бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. “Өйҙәренең тупһаһына ултырып йә берәй йыр көйләй, йә ҡурай уйнай торғайны. Йырҙары ябай ҙа, моңло ла, йөрәккә ятышлы, күңелгә үтеп инә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ, уңыштарына ҡыуанабыҙ”, - ти яҡташтары. Сәйет тәүҙә Сибай сәнғәт колледжында, артабан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Ул моңло тауышлы йырсы ғына түгел, халыҡ тарафынан яратып тыңланған йырҙар авторы ла. “Һандуғас моңо” тип аталған тәүге йырын Сибай сәнғәт колледжында уҡыған осоронда ижад итә. Бөгөн Сәйет Билалов үҙенең йыр яҙҙырыу студияһын булдырған, бер үк ваҡытта төрлө тамаша-сараларҙы алып барыу менән дә шөғөлләнә. Уның башҡарыуындағы моңло, халыҡсан йырҙарҙы тамашасы үҙ итә, концерттарында зал һәр ваҡыт тулы була. Билаловтар үҙҙәре кеүек матур балалар тәрбиәләй. Быйыл күп балалы ғаилә тағы бер кешегә артты: Билаловтарҙың улы тыуҙы! Әйткәндәй, кәләше Зилиә менән Сәйет бер районда тыуып үҫеп, Әбеш урта мәктәбендә уҡыған. Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, ижади уңыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Фото: Сәйет Билаловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.