“Иртәнән һуңғы көн – бизнес күҙлегенән” Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышы шулай аталды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Рәсәй, барлыҡ донъя кеүек үк, глобаль турбулентлыҡ осорон кисерә. Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең бөтә системаһы тамырынан үҙгәреш кисерә. “Иртәгә үҫештең нисек булырын тоҫмаллау өсөн иртәнән һуңға хәлде күҙаллау талап ителә. Мәҫәлән, 2050 йылға саҡлы осорҙо. Шуға күрә беҙҙең ил глобаль көнәркәшлектә еңһен өсөн “горизонт”тың арғы яғын да күрә белеү талап ителә”, – тине Андрей Назаров. “Был йүнәлештә тәҡдимдәр һәм талаптар йәһәтенән төбәктәр ҙә әүҙем позицияны биләргә тейеш, – тине Рәсәйҙең инновацион төбәктәр ассоциацияһы директоры Александр Смекалин. – Инновация компанияларының нимәгә мохтаж булыуын төбәктәр яҡшыраҡ аңлай”. Юлай Кәримов фотоһы.
Иртәнән һуңға нимә буласаҡ: эксперттар иҡтисади киләсәкте күҙаллай
22 ноября 202322 ноя 2023
~1 мин