Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юл буйы сервисы эшҡыуарҙарына ярҙам

Был хаҡта Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов хәбәр итте. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был өлкәлә мөһим звено булып юл буйы инфраструктураһын булдырыу тора, сөнки ул туристик тармаҡ сервисының сифатын күтәрергә ярҙам итә. Республикала юл буйы сервисын үҫтереү өс йүнәлеш буйынса төҙөлгән: юл буйы сервисын үҫтереүҙең генераль схемаһы, юл буйы сервисы өлкәһендә инвесторҙарға махсуслаштырылған ярҙам системаһы, шулай уҡ милли айдентика элементтары менән юл буйы сервисы объекттарының проекттары. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының проект башланғысы етәксеһе Наил Фәйрүзов юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе һәм төбәк биләмәһендә инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеү тураһында һөйләне. Һүҙ дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү, инвесторҙарға ярҙам итеү, объекттарҙың тышҡы ҡиәфәте һәм хеҙмәтләндереүҙең сифаты тураһында бара. – Әлеге ваҡытта республика юлдарын 1280 юл буйы сервисы объекттары хеҙмәтләндерә, – тип билдәләне Наил Фәйрүзов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара бизнес аҙналығы Өфөлә 22 ноябрҙән 1 декабргә тиклем үтә. Фото: pravitelstvorb.ru