Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡтан 21-се ылау китте...

Баймаҡ районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә 21 -се гуманитар ылау оҙатты. Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған. “Егерме беренсе ылау махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтар өсөн МХО биләмәһенә юлланды. Баймаҡтар бергәләп яҡташтары өсөн иң кәрәкле нәмәләрҙе әҙерләне. Беҙҙең ылауҙар кәрәкле һәм исемле посылкалар менән республиканың берҙәм логистик үҙәге йөк машиналарына тейәлде. Был юлы ылауҙарҙы Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев һәм өс ауыл биләмәһе башлығы - Рәсүл Сәлимов, Илгиз Юнысбаев һәм Шамил Нәҙербаев оҙатып бара. Баймаҡ халҡы өлөшләтә мобилизация башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Һәр ваҡыт беҙ улар менән элемтәлә ҡалабыҙ һәм урындағы ойошмалар, предприятиелар, эшҡыуарҙар, активистар менән берлектә хәрби округта булған яҡташтарыбыҙға кәрәкле ярҙам күрһәтәбеҙ. Тыуған райондарыбыҙҙың ҡайнар сәләмдәрен һәм йылыһын һәр бер яҡташ яугирҙәргә алып барып еткерәбеҙ! Дошман юҡ ителәсәк - Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!" - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы. Фото һәм текст сығанағы: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән