Башҡортостандан өс ҡала һәм бер ауыл федераль конкурста еңеү яулап грант отто. Мәскәүҙә “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” тигән Бөтә Рәсәй конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Быйыл 78 төбәктән 1 мең 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Төрлө номинацияларҙа Октябрьский ҡалаһы – беренсе, Стәрлетамаҡ һәм Учалы – дүртенсе, Асҡын районы Ҡашҡа ауылы биләмәһе — өсөнсө урын алды. Лауреаттарға федераль бюджеттан биләмәләрҙе тәртипкә килтереү өсөн аҡса тапшырыла. Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан өс ауыл биләмәһе еңеү яулағайны. Студия ҡунағы - Асҡын районының Ҡашҡа ауылы биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов. Смотрите видео -------------------------- Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии! Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».