Найти в Дзене

Балалар Нияз Мәжитов класында уҡый

Башҡортостанда "Борон һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның башланыуы, сараның, уны III Мәжитов уҡыуҙары тип тә йөрөтәләр, Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уның сиктәрендә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында Нияз Мәжитов исемендәге тарих кабинеты асылды. Унда Нияз Абдулхаҡ улының ҡыҙы Әлфиә ханымды күреү шатлыҡлы ине. – Атайымдың класына тапшырыу өсөн нимә алып килергә тип уйлап йөрөнөм, китаптар эҙләй башлағайным, береһе лә табылманы, таратылып бөткән, – тип ҡыҙыҡ итеп һөйләне Әлфиә Нияз ҡыҙы. – Балтасы балтаға түҙмәй тигәндәре шулдыр инде. Ҡәҙерле кешем ҡайҙа эшләмәһен, һәр саҡ бурысына яуаплы ҡараны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына рәйес итеп һайланғас, йыш сәфәр сыҡты, күп йөрөнө. Ике водителе булды хатта, атайым үҙе түгел, ә водителдәре арыны. Хеҙмәттәренең тослоғон телгә алыу артыҡ. Әлфиә Мәжитова билдәләүенсә, Нияз Абдулх

Башҡортостанда "Борон һәм урта быуаттарҙа Үҙәк Евразияның күсмә донъяһы" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның башланыуы, сараның, уны III Мәжитов уҡыуҙары тип тә йөрөтәләр, Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уның сиктәрендә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында Нияз Мәжитов исемендәге тарих кабинеты асылды. Унда Нияз Абдулхаҡ улының ҡыҙы Әлфиә ханымды күреү шатлыҡлы ине. – Атайымдың класына тапшырыу өсөн нимә алып килергә тип уйлап йөрөнөм, китаптар эҙләй башлағайным, береһе лә табылманы, таратылып бөткән, – тип ҡыҙыҡ итеп һөйләне Әлфиә Нияз ҡыҙы. – Балтасы балтаға түҙмәй тигәндәре шулдыр инде. Ҡәҙерле кешем ҡайҙа эшләмәһен, һәр саҡ бурысына яуаплы ҡараны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетына рәйес итеп һайланғас, йыш сәфәр сыҡты, күп йөрөнө. Ике водителе булды хатта, атайым үҙе түгел, ә водителдәре арыны. Хеҙмәттәренең тослоғон телгә алыу артыҡ. Әлфиә Мәжитова билдәләүенсә, Нияз Абдулхаҡ улы Башҡортостандың тарихын асыусы, Көньяҡ Уралды тәрән итеп өйрәнеүсе һәм асыштар яһаусыларҙың береһе ине. Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, класҡа Нияз Мәжитов менән Рәми Ғарипов бергә төшкән фото тиккә ҡуйылмаған. Был – ике бөйөк шәхестең дуҫлығын сағылдыра. Нияз Абдулхаҡ улы Рәми ағайҙы һәр саҡ экспедицияға бергә алып йөрөгән. Хатта тарихсы шаяртып әйтеүенсә, тушенканы аса башлаһа, гел генә шағир дуҫы иҫкә төшкән. Исемле класҡа академиктың ҙур портреты эленгән, Нияз Мәжитовтың биографияһына, хеҙмәттәренә, асыштар картаһына һәм башҡа йүнәлештәргә лә урын бүленгән, хатта юмор мөйөшө лә бар. Фото: Илдар Аҡъюлов.