Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Денистың ҡабаҡтары көс еткеһеҙ!

Баҡсасылар быйыл да хеҙмәттәренең бушҡа түгелмәүен, көҙгө муллыҡтың һөйөндөрөүен белдерә. “Ҡырмыҫҡалы районының Грачевка ауылында йәшәгән Денис Иванов ана ниндәй көс еткеһеҙ ҡабаҡтар үҫтереп, ауылдаштарын хайран иткән!” – тип яҙа “Кармаскалинская новь”. Баҡсасыларҙың хыялы бит ошондай ҙур ҡабаҡтар үҫтереү! – Беҙ әсәйем менән уның төрлө сорттарын ултыртабыҙ. Быйыл ҡабаҡ уңышы рекорд ҡуйҙы. Уларҙы һатып аҡса эшләйбеҙ, ҡышҡылыҡҡа үҙебеҙгә ҡалдырабыҙ. Беҙ уға апельсин өҫтәп, тел йоторлоҡ татлы варенье ҡайнатабыҙ, - тип уйҙары менән уртаҡлашты Денис. Ҡарап тәрбиәләй белһәң, ҡабаҡтан да файҙа алып була икән! Фото: https://vk.com/karmaskaly_rayon