Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һарыҡтар ҙа йөрөй алмағанды...

Бөгөн республика юлдарында ҡурҡыныс хәлдәр күҙәтелә. Йә тегендә авария, йә бында. Барыһына ла насар һауа торошо ғәйепле: боҙ ҡатыш ямғыр яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Был видеояҙма Баймаҡ районынан. Унда, иртән автомобилдәрендә тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырған водителдәр ҙә Сибай-Баймаҡ юлында тау үренә менә алмай ултырған тиҙәр. Ҡышҡы итектәре булмаған һарыҡтарға ни ҡалһын инде? Видеонан күренеүенсә, мәхлүктәр автомобиль юлын аша үтә алмай йонсой: таялар, йығылалар, тора алмайҙар... Шөкөр, машиналар туҡтап юл биргән һәм унда авария теркәлмәгән. Кәрәк булмаһа, өйҙә ултырып торайыҡсы... Фото: вилеонан скриншот.