Бөрйән районы ауылдарына төлкөләрҙең йышлауы күҙәтелә. Күптән түгел хәйләкәр хайуанҡайҙар Ҡыпсаҡ ауылындағы буш йорттоң тәҙрәләренән ҡарап ултырһа, был юлы Мәһәҙей ауылында һарай башына менеп "ҡунаҡлаған". Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә. "Был төлкөләр тамам хаттин ашып алды кем? Бына бер хәйләкәре Мәһәҙей ауылынан Наил Мөхәмәт улы Латиповтың һарайының башындағы йомшаҡ бесәнгә менеп ултырған. Тауыҡ, бахыр, ҡыйыҡ аҫтында мөйөштә генә ултырған була.Килмешәктәр урынды баҫа, тип ултырған була микән?Был ерән хәйләкәрҙең һарай башына визитын Илгиз Мөхәмәтғәлин телефонына төшөрөп алған", - тип яҙа "Таң" гәзите хәбәрсеһе. Һеҙҙең яҡтарҙа төлкөләр күренмәйме әле? Ҡунаҡҡа килһәләр, беҙгә лә хәбәр итегеҙ! Фото: "Таң" гәзитенән