Бының өсөн архив хеҙмәткәрҙәре «Һуғыш Геройҙары тураһында һөйләйек!» акцияһын иғлан итә. Башҡортостандың Милли архивы халыҡтан фронт хаттары менән уртаҡлашыуҙарын һорай. Йыйылған ҡомартҡылар – хаттар, көндәлектәр, иҫтәлектәр 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулыу айҡанлы йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк. Ҡомартҡыларҙың төп нөсхәләрен Башҡортостандың Милли архивына тапшырырға теләһәгеҙ, түбәндәге адрес буйынса беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ: Өфө, К. Маркс урамы, 4. Һорауҙар өсөн телефон номерҙары: 272–89–84, 272–16–65. Электрон форматта тапшырыу өсөн: kalimullina.gt@bashkortostan.ru. Фото: Башҡортостандың Милли архивынан алынды.