Рәсимә һәм Кәрим Солтановтар Федоровка ауылында йәшәй. Уларҙың ныҡлы һәм татыу ғаилә ҡороуҙарына ла 40 йылдан ашыу. Кәрим Ишҡәле улы әле лә эшләп йөрөй, ә Рәсимә Солтанова хаҡлы ялға тиклем балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оло улы ғаиләһе менән Норильск ҡалаһында йәшәй, шахтер булып эшләй, килендәре ҡала дауаханаһында бухгалтер. Ҡыҙҙары Гөлназ Аҡъяр ауылында йәшәй, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында уңышлы эшләй. Улар ҙа өс бала тәрбиәләп үҫтерә. - Улым әрме сафында хеҙмәт итте, матур ғаилә ҡорҙо. Ауылда йәшәне, өс балалары бар. Ауыл мәктәбе ҡыҫҡартылып, башланғыс звено ҡалғас, балаларҙы уҡытыу маҡсатында Норильск ҡалаһына йәшәргә китергә булдылар. Унда ла уңышлы эшләп, һәйбәт йәшәнеләр, беҙгә лә ярҙам иттеләр. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән һәр йәй ауылға ҡайттылар. Тормош иптәшем Кәрим менән балаларҙа тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ, емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйырға өйрәттек. Быйыл йәй, сираттағы отпускыға ҡайтҡас, улым махсус хәрби операция