Найти в Дзене

Декабрҙә тапшыралар

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлын төҙөкләндереү тамамлана. Эштәр Дыуан һәм Ҡариҙел райондарындағы юл участкаларында башҡарыла. 2023 йылдың ноябренә ҡарата төҙөүселәр асфальт япмаһы түшәгән, юл ситенә таштар ҡуйған. Был турала 20 ноябрҙә үткән “Башҡортостан юлдары” брифингында әйттеләр. – Объектта 100 берәмектән ашыу техника һәм 270-тән ашыу кеше эшләй. Улар әлеге ваҡытта һуңғы эштәрҙе тамамлай, барьер сикләүҙәрен ҡуя, – тине “Башкиравтодор”ҙың етештереү идаралығы начальнигы Айрат Сәлимяваров. Эштәрҙе быйыл декабрҙә тамамлаясаҡтар. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәск

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Бөрө – Тастүбә – Һатҡы юлын төҙөкләндереү тамамлана. Эштәр Дыуан һәм Ҡариҙел райондарындағы юл участкаларында башҡарыла. 2023 йылдың ноябренә ҡарата төҙөүселәр асфальт япмаһы түшәгән, юл ситенә таштар ҡуйған. Был турала 20 ноябрҙә үткән “Башҡортостан юлдары” брифингында әйттеләр. – Объектта 100 берәмектән ашыу техника һәм 270-тән ашыу кеше эшләй. Улар әлеге ваҡытта һуңғы эштәрҙе тамамлай, барьер сикләүҙәрен ҡуя, – тине “Башкиравтодор”ҙың етештереү идаралығы начальнигы Айрат Сәлимяваров. Эштәрҙе быйыл декабрҙә тамамлаясаҡтар. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.