Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә “Башагроген” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Кушнарен районында йылҡысылыҡ продукцияһын артырыу өсөн 73 гектар ер биргән. “Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә хеҙмәттәшлек итеү төбәктә киң танылыу тапты. Быйыл ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештереүендә дөйөм майҙаны 26,6 мең гектар тәшкил иткән 225 ер участкаһын импортты алмаштырыу маҡсатында бирҙек”, – тип белдерҙе республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, компания аттарҙың башҡорт тоҡомон үҫтереүгә һәм арттырыуға махсуслашҡан. “Башагроген” компанияһы проекты перспективалы. Иҡтисади йәһәттән генә түгел, федераль кимәлдә лә ветеринария препараттарын етештереү менән шөғөлләнә”, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Предприятие аттар һанын 1,5 мең башҡа тиклем арттырыға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу иһә һалым түләүҙе арттырыуға, төбәктең аҙыҡ-түлек йәһәтенән хәүефһеҙлеген нығытырға булышлыҡ итәсәк. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательсво и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) бурыстарын тормошҡа ашыра. Фото: “Башинформ”.