Ишембай районының Этҡол ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса булдырылған моделле ауыл китапханаһында пластилиндан йәнһүрәт булдырыу буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе үткән. Уны Ишембай телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған. Милли проект ярҙамында учреждение өсөн “Мультстудия” мультипликация төшөрөү һәм булдырыу ҡорамалы алғандар. Балалар остаздары ярҙамында үҙ ҡулдары менән “Һарыбай” башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса ысын пластилин йәнһүрәте булдырған. Пластилин һәм күҙ алдына килтереү һәләте ярҙамында йәш мультипликаторҙар бер дәрес эсендә үҙ йәнһүрәтен булдырҙы: сюжет уйлап таптылар, пластилиндан персонаждар әүәләнеләр, уйын ҡушымтаһы ярҙамында уға тауыш бирҙеләр һәм “терелттеләр”. Ҡайһы бер балалар үҙаллы комикстар, әкиәт персонаждары уйлап табыуы тураһында һөйләгән. Шуға күрә оҫталыҡ дәресе уларҙы киләсәктә яңы йәнһүрәттәр булдырыуға илһамландырған ғына. – Был бик ҡыҙыҡлы дәрес булды. Балалар һәр түңәрәкте түҙемһеҙлек менән көтә. Бөгөн хеҙмәткәрҙәр бик ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрес