Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тышҡы инвестиция һәм сауҙа – иҡтисадты үҫтереүҙең мөһим сығанағы

Хуанг Джингнан, Ҡытай һанлы активтар институты идаралығы башлығы һәм киң билдәле иҡтисадсы, Башҡортстанда юғары технологияға көслө инвестициялар һалыуҙың мөһимлеген теоретик яҡтан нигеҙләп һөйләне. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Послезавтра. Глазами международного сообщества” пленар кәңәшмәһе модераторының Ҡытай менән Рәсәй хеҙмәттәшлеге тураһындағы һорауына яуап итеп Хуанг Джингнан ике яҡлы мөнәсәбәттә ҡулланылған төп иҡтисади инструменттар тураһында һөйләне. “Тышҡы инвестициялар һәм сауҙа иҡтисадты үҫтереүҙең ҙур сығанағы икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең илдәр араһында был сегмент әүҙем үҫешә, был йүнәлешкә ярҙам бар. Ҡайһы сектор инвестиция өсөн ылыҡтырғыс булғанлығын аңларға тейешбеҙ. Беҙҙең илдәрҙең бер нисә дөйөм проекты бар, улар уңышлы булды. Уларҙы артабан үҫтерергә һәм яңыларын төҙөргә кәрәк. Беҙ Башҡортостан менән 2019 йылдан хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Оҙайлы үҫеш этабын үттек, республика менән берлектә производство төҙөнөк. Ул завод үҙ өлкәһендә уңышлы эшләй - етештерелг

Хуанг Джингнан, Ҡытай һанлы активтар институты идаралығы башлығы һәм киң билдәле иҡтисадсы, Башҡортстанда юғары технологияға көслө инвестициялар һалыуҙың мөһимлеген теоретик яҡтан нигеҙләп һөйләне. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Послезавтра. Глазами международного сообщества” пленар кәңәшмәһе модераторының Ҡытай менән Рәсәй хеҙмәттәшлеге тураһындағы һорауына яуап итеп Хуанг Джингнан ике яҡлы мөнәсәбәттә ҡулланылған төп иҡтисади инструменттар тураһында һөйләне. “Тышҡы инвестициялар һәм сауҙа иҡтисадты үҫтереүҙең ҙур сығанағы икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең илдәр араһында был сегмент әүҙем үҫешә, был йүнәлешкә ярҙам бар. Ҡайһы сектор инвестиция өсөн ылыҡтырғыс булғанлығын аңларға тейешбеҙ. Беҙҙең илдәрҙең бер нисә дөйөм проекты бар, улар уңышлы булды. Уларҙы артабан үҫтерергә һәм яңыларын төҙөргә кәрәк. Беҙ Башҡортостан менән 2019 йылдан хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Оҙайлы үҫеш этабын үттек, республика менән берлектә производство төҙөнөк. Ул завод үҙ өлкәһендә уңышлы эшләй - етештерелгән продукция Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә ҙур һорау менән файҙалана”, - тине Хуанг Джингнан. Форумдың сайтында https://ibw-bashkortostan.com/. сессияның трансляцияһын ҡарарға, шулай уҡ Халыҡ-ара бизнес-2023 аҙналығы тураһында мәғлүмәт менән ҡатнашырға була. Мәғлүмәт һәм фото: https://ibw-bashkortostan.com/news/15580/