Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡытай компанияһы менән эшлекле осрашыу

23 ноябрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Цзянси Оуши Уилли Индастриал” ҡытай компанияһы делегацияһы менән (идара рәйесе - Хуанг Ши Хуа) осрашты. Унда Башҡортостанда ҙур фиброцемент заводы төҙөлөшө перспективаларын тикшерҙеләр. “Цзянси Оуши Уилли Индастриал” – юғары технологиялы предприятие, ул яңы, экологик таҙа, энергия һаҡлаусы төҙөлөш материалдары етештерә. Тирә-яҡ мөхит һәм энергия һаҡлаусы ресурстарҙы комплекслы ҡулланыу буйынса милли предприятие статусына эйә. Осрашыу барышында Хуанг Ши Хуа компанияның утҡа һәм дымға тотороҡло плитәләр сығарыуҙы планлаштырыуын билдәләне. Яңы завод төҙөлөшөнә инвестор 5 миллиард һум йүнәлтергә ниәтләй. Башҡортостан Башлығы республиканың ҡытай предприятиеһы менән инвестиция эшенә кәрәкле шарттар булдырырға әҙерлеген белдерҙе. Осрашыу һөҙөмтәһе буйынса төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисад блогына инвестор менән бөтә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә ҡушты. https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/172300.html