- Төркиә менән үҙ-ара эш итеүебеҙгә өс тиҫтә йыл самаһы ваҡыт үтте. Был ваҡыт эсендә иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни өлкәләрҙә кооперация буйынса ниәттәребеҙҙе хөкүмәт кимәлендә нығытҡан бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды, - тип һөйләне Премьер-министр. Министрҙар кабинеты башлығы 2022 йылдың декабрендә Истанбулда Башҡортостан Республикаһы вәкиле эшлекле партнерҙар эҙләүҙе ябайлаштырыу, Башҡортостан һәм Төркиә компаниялары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн эш башлауы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Бер йылдан да кәмерәк ваҡыт эсендә уның ярҙамында республикала Төркиә партнерҙары ҡатнашлығында 3 уңышлы инвестиция проекты эшләй башланы. - Дөйөм алғанда, Башҡортостанда инвесторҙарҙың уңайлы эшләүе өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең компаниялар Төркиәлә перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙер булыуын белдерә. Мәҫәлән, Башҡортостандың «Метта» предприятиеһы ултырғыстар йыйыу производствоһын башланы. Проект буйынса инвестициялар күләме 3 миллион долларҙан ашыу тәшкил
Андрей Назаров Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Уғыр Йылмаз менән осрашты
23 ноября 202323 ноя 2023
2 мин