Бөгөн Рәсәйҙән рәсми делегация “Ауыл хужалығы – көслө иҡтисад нигеҙе” темаһына үткән Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең XIX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашыр өсөн Ҡаҙағстан Республикаһына барҙы. Сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе башлығы Ермек Кошербаев менән осрашты. Фекер алышыуҙың төп темалары булып умартасылыҡ, ауыл хужалығы, логистика һәм фестиваль әүҙемлеге торҙо. – Беҙҙе берләштергән йүнәлештәр күп, шуларҙың береһе – бал. Умартасылыҡ буйынса хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тип ышанам, – тип билдәләне Ермек Кошербаев. Кошербаев билдәләүенсә, 590 километр оҙонлоҡтағы Усть-Каменогорск трассаһы Ҡытай менән хеҙмәттәшлек иткән Рәсәй эшҡыуарҙары өсөн уңайлы булыуы мөмкин. Хәҙер юлдың сифаты өҫтөндә эш бара. Унда бонд келәттәрен булдырыу тураһында тәҡдимдәр бар. Был мәсьәләләр логистика йәһәтенән тикшерелергә мөмкин. – Беҙ барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшәбеҙ, улар беҙҙең туғаныбыҙ һәм партнерыбыҙ