Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәттәшлек нығына

Күләмле сара сиктәрендә ике илдең сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә арналған Рәсәй-Ҡаҙағстан эшлекле советының пленар ултырышы үтте. “Беҙ яңы үрҙәр яулауыбыҙға ышанабыҙ. Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең үҙ-ара ихтирам һәм партнерлыҡ нигеҙендә төҙөлгән оҙайлы хеҙмәттәшлек тарихы бар. Ул төрлө өлкәләрҙе, шул иҫәптән энергетика, транспорт, ауыл хужалығы һәм туризмды үҙ эсенә ала. Әлбиттә, һәр ваҡыт үҫеш өсөн потенциал бар. Беҙ уңайлы бизнес-мөхит булдырыу, сауҙа бәйләнештәрен яҡшыртыу һәм алдынғы технологиялар менән алмашыу өсөн эшләйбеҙ”, – тине Рәсәй-Ҡаҙағстан эшлекле советының Ҡаҙағстан өлөшө рәйесе Тимур Жаркенов. Советтың Рәсәй өлөшө рәйесе Эдуард Давыдов һүҙҙәренсә, органдың бурысы – рәсәй эшҡыуарҙары менән аралашыу, уларҙың ҡаҙаҡ баҙары, сик-ара хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкә буйынса проблемаларҙы көйләү. Иң мөһиме – берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, тип билдәләне ул. “Атап әйткәндә, Башҡортостан сода компанияһы Ҡаҙағстан биләмәһендә ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра, ул тау сәнәғәте, эшкәртеү, химия сәнәғәте менән бәйле. Беҙ Ҡаҙағстанда химия комплексы төҙөргә ниәтләйбеҙ. Әммә Ҡаҙағстан, Рәсәй һәм Башҡортостан эшҡыуарҙарын ҡыҙыҡһындырған төп проблемалар — транспорт-логистика, сик аша сығыу, тимер юл бәйләнеше, логистика, таможня һәм документацияны рәсмиләштереү менән бәйле мәсьәләләр”, – тип аңлатты Давыдов. Спикер бөтә бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең төп органы тип вице-премьерҙар етәкләгән хөкүмәт-ара комиссияны атаны. Фото: Башинформ