Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары металл һыныҡтары тапшырған өсөн ҡулаҡса менән иҫәпләшеүҙе тыйыу тураһында закон проекты әҙерләй. Был ни өсөн кәрәк? Хәҙер канализация ҡоҙоғо ҡапҡастарын, тимерҙән эшләнгән сүп-сар йыйыу һауыттарын, хатта зыяраттағы ҡәбер кәртәләрен һәм башҡа йәмәғәтселек әйберҙәрен урлап, металл һыныҡтары тапшырыу пункттарына тапшырыу йышайҙы. Сәбәбе: ошо пункттарҙың хужалары тапшырған тимер-томор өсөн ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Тимәк, бурҙар ҙа бер ниндәй яза алмай (документтарҙа сағылыш тапмай бит), эшҡыуар ҙа күпмелер табышын һалым органдарынан йәшереп ҡалырға мөмкин. “Металл һыныҡтары йыйыу һәм эшкәртеү – иҡтисадтың мөһим секторҙарының береһе, сөнки ул сеймал биреп кенә ҡалмай, ә ҡалдыҡтарҙы эшкәртә лә, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Шул уҡ ваҡытта уның үҫеше ҡулаҡсаның ҙур әйләнеше менән тотҡарлана: статистикаға ярашлы, был пункттарҙағы иҫәп-хисаптың биш проценты ғына ҡулаҡсаһыҙ башҡарыла. Металл һатыусыларға түләү өсөн компанияла