Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаилә конкурсында ҡатнашам тиһәң...

Бөтә Рәсәй конкурсының Күҙәтеү советы ғариза ҡабул итеү компанияһын 18 декабргә тиклем оҙайтырға булды. Тәүҙә ул 4 ноябргә тиклем билдәләнгәйне. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурс ойошторолғандан алып 500 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Көн һайын 7-8 мең яңы анкеталар ҡабул ителгән. Күҙәтеү советына рәсәйлеләр ғаризалар ҡабул итеү ваҡытын оҙайтыу үтенесе менән йыш мөрәжәғәт иткән. Конкурста дүрт һәм унан да күберәк туғандар иҫәпләнгән командалар ҡатнаша ала. Улар кәмендә өс быуындың вәкилдәре булырға тейеш. Мәҫәлән, 5-17 йәшлек балалар, ата-әсәләр йәки законлы вәкилдәре, шулай уҡ олатай-өләсәйҙәре. Ғаилә конкурсын булдырыу башланғысы Һамар ҡалаһынан Скатковтар ғаиләһенә бәйле. 2022 йылда “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономлы коммерция булмаған ойошманың Күҙәтеү советы ултырышында был идеяны Рәсәй Президенты, күҙәтеү Советы рәйесе Владимир Путин хупланы һәм быйыл Белем көнөндә дәүләт башлығы проект башланыуы тураһында белдерҙе. Ләйсән Закирова.