Программа ҡунаҡтары Рәсәй, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы, уртаҡ тарихы, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәренә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
4-се ноябрь – “Халыҡтар берҙәмлеге” көнөнә арнап, “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында ошо юҫыҡҡа арналған осрашыу уҙҙы. Программа ҡунаҡтары Рәсәй, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы, уртаҡ тарихы, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәренә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Башҡортостан төркмәндәре милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Сапарморат Шанглиев әйтеүенсә, республикала төрлө милләт вәкилдәренә тигеҙ ҡараш. Һәр халыҡ үҙ телендә һөйләшә, аралаша ала. Төрки халыҡтар байрамдарында башҡа дин вәкилдәре — көтөп алынған ҡунаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанға ситтән беренсегә килеүселәр урындағы аҫаба халыҡтың һәр йолаһына, ғөрөф-ғәҙәтенә ихтирам менән ҡарарға бурыслы.
Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, мәҫәлән, республикала йәшәгән милләттәрҙең дуҫлығы, татыулығы Рәсәй кимәлендәге өлгө, тип иҫәпләй. Бөгөн субъектта 40-тан ашыу халыҡтың милли-мәҙәни үҙәге булып, балалар тиҫтәнән ашыу телдә белем ала.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».