Хәйбулал районы Аҡъяр ауылында йәшәгән 86 йәшлек Файза Түснәкова иң өлкән китап уҡыусы иҫәпләнә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәйҙең күҙҙәре яҡшы күрә, зиһене яҡты, күңеле көр. --Ошо китапты ғына тапшырам да, башҡаса алмайым. Инде олоғайҙым, уҡый алмам,- тип һөйләнә-һөйләнә килеп инде Аҡъяр ауылының модулле балалар китапханаһына беҙҙең даими китап уҡыусыбыҙ 86 йәшлек Файза Түснәкова.Файза Шәкир ҡыҙы менән тәү тапҡыр мин йәй таныштым. Йәйге каникул осоро. Бер төркөм балалар каникулда уҡыр өсөн уҡытыусылары тәҡдим иткән китаптарҙы алып сығып киттеләр. Күп тә үтмәй етеҙ аҙымдар менән оло йәштәге апай балаларҙы кире ҡайырып китапханаға алып инде һәм миңә:-Нишләп урыҫса ғына китаптар бирҙегеҙ, башҡортса юҡмы ни? - тине шелтәләп.Минең яуапты ла көтөп тормай, балаларҙың һәр береһенә берәр башҡортса китап алырға бойорҙо. Баҡтиһәң, былар Файза апайҙың каникулға килгән бүлә-бүләсәрҙәре икән. Балалар китап һайлағансы үҙе лә Ноғман Мусиндың китабын яҙҙырып алып сығып китте. Шул ваҡытта уҡ балал