Найти тему
Башкортостан 24

Иҡтисади Башҡортостан - 09.11.2023 Өфөлә файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте

   Иҡтисади Башҡортостан - 09.11.2023 Өфөлә файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте
Иҡтисади Башҡортостан - 09.11.2023 Өфөлә файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте

Өфөлә файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

Башҡортостан файҙалы ҡаҙылмаларға бай төбәк. Шуға ла борондан был ерҙәргә сит яттарҙың ҡыҙыҡһыныуы ҙур була. Халыҡ ижадында башҡорттоң үҙ ере, ҡаҙылма байлыҡтары өсөн көрәше айырым урын алған. Заман үҙгәрһә лә, быуаттар яңырһа ла, фәлсәфә шул уҡ... Урал һыртындағы тәбиғәт ресурстарына бай ерҙәребеҙгә байыу ниәте менән күҙ һалыусылар етерлек. Уларҙың ҡулы хатта меңәрсә километрҙарҙан килеп етә.

Алтын, еҙ, цинк, хром, алюмин, марганец... Башҡортостан Рәсәйҙең төҫлө металлургияһы өсөн төп руда базаларының береһе. Нефть тураһында әйтеп тораһы ла түгел, Урал зонаһында республика нефть ятҡылыҡтары буйынса беренсе урында тора. Һуңғы йылдарҙа яңы төр файҙалыҡаҙылмалар асыҡланды: шпат, магнезит, фосфорит, цеолит, пирофеллит, глауконит һәм башҡалар.

Алтын ятҡылыҡтары башҡорт ерҙәре өсөн борондан бола сәбәпсеһе булған. һуңғы ике быуатта ғына ер ҡуйынынан 100 тонналап ҡиммәтле металл сығарылған. Тикшерелгән запастар күләме 500 тоннаға баһалана. Йәшерен түгел, һуңғы йылдарҙа алтын йыуыусылар менән бихисап низағтар сыҡты. Сәбәптәре билдәле: алтын йыуыу варварҙарса алып барыла, һалымдар түләнмәй, урындағы халыҡ мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмай.

Республикала оҙаҡ йылдар йыйылып килгән был тәңгәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында "Файҙалы ҡаҙылмалар буйынса ведомство-ара комиссия" булдырылды. Бөгөн уның сираттағы ултырышында Учалы районы айырым иғтибарға алынды. Был хаҡта хакимиәт башлығы Руслан Ғиләжетдинов менән әңгәмәләштек.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».