Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закон проектына республика Хөкүмәте тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ризалыҡ бирҙе. Был үҙгәреш ни өсөн кәрәк? “Закон проекты махсус хәрби операцияла үҙен әүҙем күрһәткәндәргә яңы социаль ярҙам сараһы булдырыуҙы күҙ уңында тота: “Рәсәй Федерацияһы Геройы” исеме алғандар һәм Рәсәй Федерацияһы ордендарына лайыҡ булғандар шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер майҙанын бушлай алыуға хоҡуҡлы буласҡ. Махсус хәрби операцияла һәләк булған осраҡта, был хоҡуҡ яугирҙең ғаиләһенә биреләсәк”, – ти парламент Рәйесе Константин Толкачев. Ғаиләһе тип бында яугирҙең ҡатыны һәм бәлиғ булмаған балалары күҙ уңында тотола. Мохтажлыҡтың ниндәй булыуы иҫәпкә алынмай, йәғни ул ғаиләнең матди хәленә ҡарамаясаҡ. Законды парламенттың ноябрь аҙағындағы пленар ултырышында ҡабул итергә планлаштыралар. Фото: БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.