Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был юлды ремонтлау мөһим ине

Башҡортостанда Өфө – Инйәр – Белорет юлында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл ремонты тамамланлды. Объект Ҡырмыҫҡалы районында Иҫке Шәрәй ауылы янында урынлашҡан, уның оҙонлоғо ике километр тәшкил итә. Юлдың был участкаһында төҙөүселәр иҫке япманы ҡырып алған һәм яңы асфальт түшәгән, юл ситтәрен нығытҡан һәм горизонталь тамғалар һыҙған. – Өфө – Инйәр – Белорет юлы республиканың терәк юл селтәренә инә. Инйәр һәм Белорет туристарҙың яратҡан ял итеү урыны. Был юл буйлап бик күп ҡыҙыҡлы урындарға барып етергә мөмкин. Мәҫәлән, Инйәр тештәре, “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты, Атыш шарлауығы һәм башҡалар. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Өфө – Инйәр – Белорет юлының 11 участкаһын ремонтлау күҙаллана. Трассаның 26 километры тәртипкә килтереләсәк. Эштәр быйыл ноябрҙә тамамланасаҡ. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.