Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йылы яҡҡа осмаҫмы икән ни аҡҡоштар....

Баймаҡ районының Төркмән ауылы янындағы Николай быуаһына йыл һайын аҡҡоштар ҡайта. Нисәмә йылдар дауамында был яҡта йәшәгән халыҡ парлы йөҙгән аҡҡоштарға ҡарап һоҡлана, инәһе бала сығарырға ултырғанда, ата аҡҡоштарҙың тоғролоғона хайран ҡала. Күптәр ошо мөхәббәт ҡоштарын үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн генә бында килә. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл да аҡҡоштар үҙ күленә тоғро ҡалып, быуаға төшкән ине. Улар бер нисә пар инеләр, ә бөгөн быуала тик бер аҡҡош пары биш балаһы менән генә ҡалған. Ни өсөн иптәштәренән айырылып ҡалған, әгәр ҡышҡылыҡҡа бында ҡалһа, һыуыҡ ҡышты сыға алырмы икән улар? Был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Орнитологтар әйтеүенсә, көҙөн аҡҡоштар төркөмгә туплана башлай. Был ҡоштарҙың йылы яҡҡа осорға йыйыныуы тураһында һөйләмәй әле, ҡағиҙә булараҡ, көньяҡҡа уларҙың октябрҙең икенсе яртыһында, хатта ноябрь башында йүнәлеүе билдәле. Кем белә, бәлки Николай быуаһындағы аҡҡош пары ла балаларын эйәртеп йылы яҡтарға осоп китеп өлгөрөр... Автор фотоһы.