Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙҙең урамда ла оло байрам!”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Баҡалы районының Яңы Илек ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер яңы медицина учреждениеһында тәүге медицина ярҙамын Яңы Илек һәм Иҫке Илек ауылдары халҡы аласаҡ. Ауылдаштарҙың сәләмәтлеген 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған Нәфисә Игушина хәстәрләйәсәк. Заманса бинала пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған: процедура-прививка, акушер һәм фельдшер кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн бүлмәләр. Яңы ФАПтың асылыуы яҡташтар өсөн ҙур байрамға әүерелде, йәше-ҡарты был саранан ситтә ҡалманы. – Ауылдаштарым өсөн дә, үҙем өсөн дә шатмын! Хәҙер эш тә минең өсөн шатлыҡ ҡына, – тине, һөйөнөсө менән уртаҡлашып, Нәфисә Игушина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.