Найти в Дзене
Башкортостан 24

Хәйерле иртә, Республика! - 09.11.2023 Оло сәнғәткә илткән юл

   Хәйерле иртә, Республика! - 09.11.2023 Оло сәнғәткә илткән юл
Хәйерле иртә, Республика! - 09.11.2023 Оло сәнғәткә илткән юл

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.

Бөгөнгө эфир сәнғәт һөйөүселәргә үтә лә ҡыҙыҡлы булыр тип ышанабыҙ. 9-сы ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Шаляпин залында "Олег Ханов. Мин һайлаған яҙмыш" китабының исем туйы үтә.

Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премияһы лауреаты Олег Закир улы Хановтың тормошона һәм ижадына арналған.

Китаптың авторы – сәнғәт ғилеме кандидаты, доцент, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире Айһылыу Сәғитова.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».