Күптәр алманы бешереп ашарға ярата. Бешкән алма (печеные яблоки) файҙалыраҡ та. Бигерәк тә ашҡаҙан эсәк-эшмәкәрлеге боҙолғанда, ашҡаҙан йәрәхәте булғанда һәм башҡа ҡайһы бер сирҙәрҙән яфаланғанда, табиптар алманы бешереп ашарға кәңәш итә. Сөнки бешкән алманың файҙаһы яңы өҙөлгәненән ҡайтыш түгел. Бешкән алма – эс ҡатҡанда яҡшы дарыу. Ул организмдағы насар холестеринды ҡыуыусы пектинға ла бай. Шеш барлыҡҡа килеүенә ҡаршы үҙенсәлеге лә билдәле. Шулай уҡ бешкән алманы дисбактериоздан дауаланғанда ашау яҡшы. Бынан тыш, ҡорһаҡҡа операция яһағандан һуң аш эшкәртеүҙе яйға һалғанда ла тәҡдим итәләр. Һомғолораҡ булырға теләүселәргә лә алманы бешереп ашау кәңәш ителә. Сөнки ундағы калий организмға аш тоҙо менән инеп, май ҡатламында артыҡ шыйыҡлыҡтың тупланыуына булышлыҡ иткән натрийҙы «ҡыуа». Бешерелгән алманы йыш ашау бит тиреһен тигеҙләй, ваҡ йыйырсыҡтарҙы яҙа. Алманың әсе һәм ҡаты сорттары – мейестә бешереү өсөн иң ҡулай төрө. Иҫ китмәле файҙалы был һыйҙы әҙерләү бик тиҙ һәм ябай:Духовка