Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы” конкурсының финал этабы старт алды. Унда Башҡортостан исеменән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл районындағы бүлегенең участка вәкиле Рәфил Миңлеғолов ҡатнаша. 2023 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка уполномоченныйҙар хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Шул уҡ көндө иң яҡшы участка полицияһын – Бөтә Рәсәй “Халыҡ участковыйы-2023” конкурсы еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Рәсәй Эске эштәр министрлығы менән “Комсомольская правда” берлектәге конкурсының финал этабы быйыл 13-сө тапҡыр уҙғарыла. Халыҡ участковыйы өсөн тауыш биреү КР.RU сайттында ойошторола. Тауыш биреү 2023 йылдың 1 ноябренән 10 ноябренә тиклем дауам итә. Һәр төбәк үҙенең “Анискин”ын күрһәтә, әммә еңеүсе берәү генә буласаҡ. Конкурстың өсөнсө этабында еңеүсене һәм призерҙарҙы бүләкләү Рәсәй Эске эштәр министрлығында тантаналы шарттарҙа үтәсәк. Ул 17 ноябрҙә билдәләнгән участка уполномоченныйҙары хеҙмәтенең йөҙ йыллыҡ
Үҙебеҙҙең участковый Рәфил Миңлеғолов өсөн тауыш бирәйек!
8 ноября 20238 ноя 2023
3 мин