Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәр баҫмалары 100 йыллығын билдәләне

Бөгөн, 8 ноябрҙә, “Башҡортостан” концерт залында республикабыҙҙа нәшер ителгән йәштәр баҫмаларының – “Йәшлек”, “Өмөт” һәм “Молодежная газета”ның донъя күрә башлауына 100 тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы. Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән йәштәр баҫмаларын БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Татарстан баҫмаларында эшләгән коллегалар ҡотланы. Баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков, Рәдис Ноғоманов, Ирина Малиновская үҙ сығышында йәштәр гәзиттәренең бөгөнгө көндә тотҡан ролен, уларҙың тиражын һаҡлау зарурлығын билдәләне. Сара йәштәр гәзиттәренең уҡыусыларын һәм дуҫтарын бергә тупланы. Уның барышында ошо баҫмаларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар, бөгөн “Йәшлек”, “Өмөт” һәм “Молодежная газета”ны уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү теләге менән янып эшләгән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Бер төркөм коллегаларыбыҙ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт с

Бөгөн, 8 ноябрҙә, “Башҡортостан” концерт залында республикабыҙҙа нәшер ителгән йәштәр баҫмаларының – “Йәшлек”, “Өмөт” һәм “Молодежная газета”ның донъя күрә башлауына 100 тулыуға арналған тантаналы сара уҙҙы. Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән йәштәр баҫмаларын БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Татарстан баҫмаларында эшләгән коллегалар ҡотланы. Баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков, Рәдис Ноғоманов, Ирина Малиновская үҙ сығышында йәштәр гәзиттәренең бөгөнгө көндә тотҡан ролен, уларҙың тиражын һаҡлау зарурлығын билдәләне. Сара йәштәр гәзиттәренең уҡыусыларын һәм дуҫтарын бергә тупланы. Уның барышында ошо баҫмаларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар, бөгөн “Йәшлек”, “Өмөт” һәм “Молодежная газета”ны уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү теләге менән янып эшләгән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Бер төркөм коллегаларыбыҙ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Кисә йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Сараны билдәле йырсылар Айҙар Ғәлимов, Венер Камалов, Фәдис Ғәниев, Гөлсөм Бикбулатова, Лилиә Биктимерова, Заһир Иҫәнсурин моңло йырҙары менән биҙәне. Шулай уҡ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Ҡала мәҙәниәт һарайы, “Гүзәл-дэнс” һәм башҡа коллективтарҙың сығыштары ла тантанаға йәм өҫтәне. Концерт залының фойеһында матур күргәҙмәләр эшләне, ошонда уҡ республикабыҙҙа нәшер ителгән гәзит һәм журналдарға яҙылыу мөмкинлеге лә булды. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң плакаты. Автор һәм Инсаф Хужабиргәнов фотолары.