Найти в Дзене

Бала күңеле далала...

Ҡыҙым төшкөһөн әхирәтенә барам тигәс, бер сәғәткә рөхсәт бирҙем. Тышта уйнарлыҡ түгел, бысраҡ.
--Кеше маҙаһыҙлап ултырма, бер сәғәттән ҡайтырһың, - тип оҙаттым.
Әйтеүем ҡолағының осона ғына эленгән дә юлда уҡ төшөп ҡалған, күрәһең. Китте лә батты быным.
Әллә 3, әллә 4 сәғәттән шылтырата:
--Әсәй, юғалтма мине, беҙ суши көтөп ултырабыҙ, суши ашағас ҡайтырмын.
--Атаҡ, ҡалай ул һин, суши ашап әллә ҡайҙа тик йөрөй, ә мин нимә ашайым? — тип һораған булдым юрый.
--Ну, каша аша. Ну че там еще...- уйланып торҙо ла дауам итте, — һыу эс. Нуу, не знаю, бер нәмә тап шунда.
Мин хахылдап көлөп ебәрҙем. Әйтерһең дә, өйҙә бутҡа менән һыуҙан башҡа нәмә юҡ.
Әсәһенең өйҙә манты һәм бәлештәр бешереп йөрөгәнен белмәй ине шул...