Сибайҙа концерт үткән. Әлбиттә, мин ундай кимәлдәге концерттарға йөрөмәйем. Эшкә килеү менән коллегам күршеһенең фекерен еткерҙе.
--Ниңә барған көнгә төштөм. "Йырсы" һуҡмыш. Йырсы менән бер рәттән блогерҙар сығыш яһаны. Оҡшаманы,--тигән ул.
("Йырсы"ны тырнаҡ эсенә алам, сөнки мин уны йырсы тип иҫәпләмәйем)
Бөтә халыҡ "майикмәк", "хужабикә" тип иҫе китә бит инде... "На вкус и цвет товарища нет" тиҙәр. Шулай ҙа... Эйе, сирле кешенән көлөргә уйламайым. Донъя көтә икән--афарин! ("майикмәкте" әйтәм) Тик ниңә унан герой эшләргә? Өлгө алырлыҡ, сәхнәгә сығарырлыҡ кешеләребеҙ юҡмы ни? Халыҡ ниңә барлы-юҡлы аҡсаһын шул "бескультурье"ға түгә икән ул? Ниңә юғары кимәлдәге концерттарға, тамашаларға йөрөмәй? Шул аҡсаға аҡылды үҫтерерҙәй китап алып уҡымай, балаһына журналдар алдырмай? Иҫ китмәле. АҢРАлыҡмы был? (Ҡабатлап әйтәм, сирле кешенән көлмәйем, әммә унан кумир ҙа эшләмәйем...Ғөмүмән, мин уларҙы ҡарамайым! )
Бөгөн бәрхәт тауышлы, шәп йырсылар концертына кеше йыя алмай. Ә һуҡмыш "так себе" йырсыларға йөрөйҙәр, улары әллә кеше йыя алмаһалар ошондай "блогерҙар"ға таяналармы? Халыҡ ниңә уларға йөрөй? Унда бит мәҙәни кимәл шул тиклем ТҮБӘН. Тимәк, халыҡтың да мәҙәни кимәле түбәнәйә барамы? Ҡалай ҡурҡыныс...
Әйткәндәй, элек етәкселәр премьераларға, театр-филармонияларҙың миҙгел асыу-ябыу тантаналарына, артистарҙың бенефисына йөрөй ине. Хәҙер етәкселәр юҡ, йөрөмәй. Мәҙәниәткә бындай иғтибарһыҙлыҡ булғанда, йәнә ҡурҡыныс...
Бөгөн балалар уҡытыусы, табип, космонавт булам тип хыялланмай... Блогер булам ти... Кит инде...