7 ноябрҙа йыл һайын уҙғарыла торған Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығының көҙгө аҙналары башланды. Был аҙналарҙың федераль ваҡиғаһы – «ФинЗОЖ Фест-2023» – 10 ноябрға саҡлы “МОИФИНАНСЫ.РФ” порталында онлайн-форматта барасаҡ. “Финанс грамоталылығының Бөтә Рәсәй аҙналары саралары Рәсәй халҡын үҙ белеме кимәлен күтәреү менән ҡыҙыҡһындырыуға йүнәлтелгән”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова. – Сара 30 ноябрға саҡлы дауам итә, унда кредитлау, финанс планлаштырыуы, һаҡлау тупланмалары һәм инвестиция, шәхси финанс хәүефһеҙлеге темалары яҡтыртыласаҡ”. Был аҙналыҡтарҙың Башҡортостандағы төбәк координаторы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы. Аҙналыҡтар сараларында һәр теләгән кеше бушлай ҡатнаша ала. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.