Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡытай инвесторы республикала яңы завод төҙөүҙе планлаштыра

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡытай Халыҡ Республикаһына эшҡыуарлыҡ миссияһында "Jiangxi Sino-Ocean Willie Industrial Co" компанияһына нигеҙ һалыусы Хуан Ши Хуа әфәнде менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә экологик һәм энергия һаҡлаусы төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса ҙур завод төҙөү тураһында һөйләште. Башҡортостан Премьер-министры республикала был етештереүгә, әүҙем төҙөлөш эштәре алып барылыуы сәбәпле, ихтыяждың ҙур икәнлеге тураһында әйтте. - Былтыр республика өсөн рекордлы булған торлаҡты сафҡа индереү – 3 миллион квадрат метрҙан ашыу – менән тамамланыҡ. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә етенсе урын яуланыҡ. 2030 йылға торлаҡты сафҡа индереүҙе йылына 4 миллион квадрат метрға тиклем сафҡа индереүгә өлгәшеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Республика пандемияны һәм уның менән бәйле сикләүҙәрҙе уңышлы үткәрҙе. Әммә хәҙер сифатлы материалдарға ихтыяж бар, - тине Андрей Назаров. Ҡытай партнерҙарына, Jiangxi Sino-Ocean Willie

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡытай Халыҡ Республикаһына эшҡыуарлыҡ миссияһында "Jiangxi Sino-Ocean Willie Industrial Co" компанияһына нигеҙ һалыусы Хуан Ши Хуа әфәнде менән осрашты. Яҡтар Башҡортостан биләмәһендә экологик һәм энергия һаҡлаусы төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса ҙур завод төҙөү тураһында һөйләште. Башҡортостан Премьер-министры республикала был етештереүгә, әүҙем төҙөлөш эштәре алып барылыуы сәбәпле, ихтыяждың ҙур икәнлеге тураһында әйтте. - Былтыр республика өсөн рекордлы булған торлаҡты сафҡа индереү – 3 миллион квадрат метрҙан ашыу – менән тамамланыҡ. Был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә етенсе урын яуланыҡ. 2030 йылға торлаҡты сафҡа индереүҙе йылына 4 миллион квадрат метрға тиклем сафҡа индереүгә өлгәшеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Республика пандемияны һәм уның менән бәйле сикләүҙәрҙе уңышлы үткәрҙе. Әммә хәҙер сифатлы материалдарға ихтыяж бар, - тине Андрей Назаров. Ҡытай партнерҙарына, Jiangxi Sino-Ocean Willie Industrial Co. компанияһы эшләнмәләрен сафҡа индереп, заманса төҙөлөш материалдарын бергә етештереү мөмкинлеген ҡарау тәҡдим ителде. Берҙәм етештереү өсөн Башҡортостанда уңайлы шарттар булдырылған, тине Премьер-министр. - Беҙҙә биш йылдам үҫеш биләмәһе ғәмәлдә. Бында инвесторҙарға, стандарт һалым преференцияларынан тыш, һалым йөкләмәһен 30 процентҡа кәметкән махсус һалым ташламалары бар. Тағы “Алға” етештереү тибындағы айырым иҡтисади зонаһы эшләй. Төп өҫтөнлөктәрҙең береһе – сеймалға, ҡорамалға, сит ил комплекттарынан продукция етештереүгә һалым иғәнәһенән азат ителеү. Быйыл инвесторҙарға талаптарҙы мөмкин тиклем кәметтек. Ҡарар ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡарттыҡ һәм дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙе әүҙемләттек, - тине Премьер-министр. “Jiangxi Ocean Willing Industrial” компанияһына нигеҙ һалыусы продукцияларының Башҡортостанда тәҡдим ителеүе тураһында әйтте. 2018 йылда компания республика биләмәһендә “Elephant Building Materials Company” предприятиеһына нигеҙ һалды. Уның йыллыҡ әйләнеше 12 миллион квадрат метр цемент плитәһе тәшкил итә. - Һеҙҙә үҙ эшебеҙҙе киңәйтеү тураһында теләй инек һәм, яңы эшләнмәләрҙе файҙаланып, 400 миллион тирәһе юань күләмендәге инвестицияны завод төҙөүгә һалыуға әҙербеҙ. Бөгөн һеҙҙең менән, Андрей Геннадьевич, ошо хаҡта ентекләберәк һөйләшергә теләйбеҙ. Яңы етештереүҙе ышаныслы ҡулдарға тапшырырға ниәтләйбеҙ, - тип белдерҙе Хуан Ши Хуа әфәнде. Объект биләмәһе 200 мең тирәһе квадрат метр тәшкил итәсәк. Уның яртыһын завод биләйәсәк. Яҡынса был завод Өфө районында йәки Күмертау ҡалаһында урынлашасаҡ. Был ҙур проект деталдәре тураһында быйыл ноябрь аҙағында Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһында һөйләшеләсәк. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22182/