Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге республикалағы үҙмәшғүлдәрҙе “Бизнес-планлаштырыу технологияһы” тигән өйрәтеү вебинарына саҡыра. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында ойошторолған был сара 30 ноябрҙә 16.00 сәғәттән 17.30 сәғәткә саҡлы барасаҡ һәм унда ҡатнашыу түләүһеҙ. “Үҙмәшғүлдәрҙең белдеклелеген күтәреүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. – “Бизнес-планлаштырыу технологияһы” вебинары үҙ эшен яңы башлағандар өсөн дә, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплағандарға ла берҙәй файҙалы. Был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелә”. Вебинарҙа үҙ эшеңдең проекты буйынса бизнес-план төҙөү тураһында мәғлүмәт бирәсәктәр. Сараның спикеры булып иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Зилә Имашева сығыш яһай. “Бизнес-планлаштырыу – эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеү өсөн төп ҡорал ул. Үҙмәшғүлдәрҙең эш биреүсеһе, етәксеһе һәм ялланған хеҙмәткәрҙәре юҡ, улар үҙ бизнесын ғына алып бармай, ә эшенә идара ла итә. Бизнес-план үҙмәшғүлдәргә проекттарын ентекләп эшләргә, иҫәп-хисап яһарға һәм бизнестың үҫеш перспективаһын билдәләргә форсат бирәсәк”, – ти Зилә Имашева. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.