Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәләк булған хеҙмәттәштәрен иҫкә алдылар

Бөгөн, 8 ноябрҙә, Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре Хәтер көнөн билдәләй. Йыл һайын был көндө хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү абруйлы ла, шулай уҡ хәүефле лә булып тора. Енәйәтселек һәм терроризмға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булған полиция хеҙмәткәрҙәре һәм эске ғәскәрҙәр хәрбиҙәре көн һайын үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Хәрби эш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Был көндө илдең бөтә төбәктәрендә лә тантаналы һәм иҫтәлекле саралар үткәрелә, полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булған иптәштәрен иҫкә ала. Бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге һәм ветерандары хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләп иҫкә алды. Улар Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының башланғыс әҙерлек факультетына килде. Бында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең исемдәре яҙылған Хәтер стелаһы ҡуйылған. Ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар сәскәләр һалды һәм хоҡуҡ һаҡлаусы коллегаларын хөрмәтләп иҫкә алды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте фотолары.