Республика Арбитраж суды Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының “Баш РТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһындағы ҡарарын законлы тип тапты. Һүҙ бында йәмғиәт тарафынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Братская урамы, 1А һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йортта энергия һаҡлау һәм энергетик тәьҫирлелек тураһындағы законды боҙоуы тураһында бара. Тикшереү барышында дөйөм йорт йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборын тәү тапҡыр файҙаланыуға тапшырыу 2014 йылдың 12 декабрендә башҡарылған. Ошо ваҡыттан алып иҫәп приборы йыл да тикшереү үткән, коммерция иҫәбенә ҡуйылған. 2022 йылда йылылыҡ энергияһын иҫәпләү приборы тикшереү үтмәгән һәм коммерция иҫәбенә ҡуйылмаған. Сәбәбе – был эште башҡарыу буйынса комиссия ойошторолмауы һәм йылылыҡ осоро башланыу мәлендә күп ҡатлы йортҡа идара итеү ысулының һайланмаған булыуы. Дөйөм йорт энергетика ресурстарын иҫәпләү приборҙарын хеҙмәтләндереү һәм уларҙы ресурстар өсөн иҫәп-хисап эштәрен башҡарғанда ҡуллан