Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"100 йәшемә ҡунаҡ йыясаҡмын", ти Зәкир Ишкилдин

Күгәрсен районының Исем ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Зәкир Ишкилдин билдәләүенсә, Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән дүрт баланы аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һөйөклө ҡатыны, шулай уҡ улдары Тәлғәт менән Заһир был донъяла юҡ инде. Зәкир олатайҙың Таһир улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, ә Ришат Ырымбурҙа нигеҙ ҡорған. Улар аталарының хәлен белергә янынан йыш ҡайта. – Ҡыҙым Нәжиәнең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем, – ти Зәкир олатай. – Миңә хәҙер нимә кәрәк инде, шул балаларымдың йылы һүҙе еткән. Мин бик бай – 11 ейән-ейәнсәремә һәм 11 бүлә-бүләсәремә бауыр баҫам. Иң мөһиме, донъяларҙа тыныслыҡ урынлашһын, ә оҙон ғүмерле булыуҙың сере ябай ғына – ғаиләлә мөмкин хәтлем татыулыҡ булырға тейеш! Бөтәгеҙгә лә әйтәм, аңлашып донъя көтөгөҙ! 94 йәшлек Зәкир Ишкилдин сығышы менән – Дүңгәүер ауылынан. Оҙаҡ йылдар урмансылыҡ йүнәлешендә тир түккән, ағас эшен унан да яҡшы белеүсе юҡ. Фото: Азалия Ишмөхәмәтова.