Уҙған йылда сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр өлкәһендә Ҡытай Башҡортостандың төп партнеры булды. Ул Башҡортостан менән үҙ-ара эш иткән 112 сит ил дәүләте араһында беренсе урын алған. – Башҡортостанда Ҡытай капиталы менән туғыҙ компания эшләй. Беҙ Ҡытайҙа башҡорт тауарҙарын киң танытыу, шулай уҡ Ҡытайҙың Башҡортостанға инвестициялар алып килеүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип билдәләне Андрей Назаров. 2018 йылда Пекин күргәҙмә үҙәге биләмәһендә ике ҡатлы “Рус йорто” павильоны – Рәсәй тауарҙарының демонстрация майҙансығы асылған. Башҡортостан етештереүселәре лә сауҙа йортонда һатыу һәм күрһәтеү өсөн үҙ продукцияһын ебәреүҙе ойошторорға әҙер. – Был идеяны хуплайбыҙ. Шулай уҡ беҙҙә Башҡортостан продукцияһын һатыу өсөн өҫтәмә әҙер каналдар бар, – тип тәҡдим итте Цун Жифан. Инвестициялар һалыуҙың перспективалы йүнәлештәренең береһе булып республикала туристик инфраструктура төҙөү тора. Был өлкәлә ҙур потенциал бар: Башҡортостан үҙенең үҙенсәлекле тәбиғәте менән дан тота. Был тәҡдимде шулай уҡ Цун Ж