Бөгөн тормошобоҙға “гражданлыҡ никахы” тигән төшөнсә ныҡлы килеп инде. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа күптәр мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә йәшәүҙе хуп күрә. Йәштәр быны бер-береһен яҡшыраҡ белеү, ғаилә тормошона өйрәнеү теләге менән аңлата. Шул уҡ ваҡытта үҙаллы тормош юлына яңы баҫҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ярайһы уҡ йәштәге – 35-тән олораҡтар араһында ла гражданлыҡ никахы менән йәшәгәндәр бик күп. Белгестәр билдәләүенсә, элегерәк гражданлыҡ никахы ир-егеттәр өсөн “уңайлы вариант” һаналды, ә һуңғы йылдарҙа тормош тәжрибәһенә эйә, ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, үҙенә ышанған ҡатын-ҡыҙҙар, кейәүгә сыҡҡан хәлдә лә, тап ошондай төр мөнәсәбәткә өҫтөнлөк бирә икән. Быны улар һәр төрлө “альфонстарҙан” һаҡланыу, бойондороҡһоҙлоғон юғалтмау теләге менән аңалата. Ә динебеҙ нимә ти? Иң башта бер хәҙис. Пәйғәмбәребеҙ (С.Ғ.С) ваҡытында була был хәл. Пәйғәмбәр (С.Ғ.С) янына бер йәш егет килә лә: “Эй Аллаһ илсеһе, миңә зина ҡылырға рөхсәт ит әле”, - ти. Уның янындағы кешеләр: “Тутҡта! Туҡта!” – тип асыулан