Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һаулыҡ һаҡлау ойошмалары яңыртыласаҡ

Өфө һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын заманлаштырыу төбәк программаһы раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәтенең был хаҡтағы Ҡарары республиканың хоҡуҡи интернет-порталында баҫылған. Документта билдәләүенсә, программа 2024 – 2029 йылдарға иҫәпләнгән. Алты йыл эсендә Өфө поликлиникаларын яңыртыу өсөн 8 миллиард һум сарыф итеү планлаштырыла. 2024 йылда был сумманан 500 миллион һумы бүленәсәк. Тағы, программаға ярашлы, бер нисә төп йүнәлеш буйынса эштәр атҡарыласаҡ. Был – транспорт паркын яңыртыу, яңы клиника-диагностикалау ҡорамалдарын һатып алыу, ғәмәлдәге поликлиникаларҙа капиталь ремонт эшләү, дауаханалар төҙөү. Айырым алғанда, Дим районында яңы поликлиника төҙөләсәк. Уның өсөн урын һайлап алынған да инде. Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Өфө һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын этап буйынса заманлаштырыу планын эшләргә, бының өсөн бюджеттан финансларға ҡушҡайны. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравохранение”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башинформ”.