Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин «шайморатовсылар кластарын» булдырыу эше хаҡында һөйләне. Өс йылда 186 класс асылған, уларҙа 3960 бала уҡый. «Шайморатовсылар» берҙәм формаһы һәм күкрәккә таға торған билдәһе менән айырылып тора. Мәктәп программаһынан тыш, уҡыусылар строй әҙерлеге нигеҙҙәрен, һыбай йөрөргә, уҡтан атырға өйрәнә, милли көрәш төрҙәрен үҙләштерә.
Башҡортостан етәксеһе һандар артынан ҡыумаҫҡа, ә асылған кластарҙа балаларға сифатлы белем һәм тәрбиә биреүгә күберәк ваҡыт бүлергә саҡырҙы. Радий Хәбиров фекеренсә, «шайморатовсылар» сафына уҡыу алдынғыларын ғына алырға кәрәк.
«Иң мөһиме, кимәлде билдәләгәс, хәҙер ошо кимәлде төшөрмәгеҙ. Кластар һаны артынан ҡыумағыҙ, һеҙҙе бер кем дә мәжбүр итмәй бит. «Шайморатовсылар»ға алғас, бала яҡшы уҡырға, төрлө яҡлап әҙерлекле, шулай уҡ талаптар ҙа башҡаса булырға тейеш. Был бөтөнләй икенсе статус, улар - иң яҡшы уҡыусылар. Балаларҙы бындай кластарға конкурс нигеҙендә һайлап алыу зарур», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Уҡыу алдынғыларын ғына "шайморатовсылар класы"на алырға тейеш
8 ноября 20238 ноя 2023
~1 мин