Кушнаренко ауылының Ҡаҙарма ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу өсөн әҙерлек бара. Медицина учреждениеһы ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлә. Программаның маҡсаты – халыҡтың ихтыяжынан сығып, медицина ярҙамын йәшәгән урынға яҡынайтыу. Әлеге ваҡытта яңы пунктты һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларына тоташтырыу эштәре бара, бина матди-техник яҡтан йыһазландырыла. Яңы бинала тәжрибәле фельдшер Резеда Саматова эшләйәсәк. 486 кешене хеҙмәтләндереү уның яуаплылығында. Ҡаҙарма ауылы район үҙәгенән 27 километрҙа урынлашҡан. –Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға күп ҡалманы. Ауыл халҡы бөтә уңайлыҡтары булған медицина пунктында диспансерлаштырыу үтәсәк, тәүге медицина ярҙамын аласаҡ. Хәҙер был мөмкинлектәр яҡынайҙы, – ти Кушнаренко дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арт