Күп милләтле һәм күп конфессиялы Рәсәйҙә Ватан мәнфәғәттәре өсөн тупланыу һәм берҙәмлек идеяһы айырыуса әһәмиәткә эйә. Илебеҙ халыҡтары үҙ тарихы менән бер ниндәй ҙә тел йәки дини айырмалыҡтарҙың тыныслыҡҡа һәм ижадҡа ҡамасауларға тейеш түгеллеген иҫбатланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышын үткәреп, милләт-ара һәм дини-ара мәсьәләләрҙе үҙе контролдә тотоуын һәм республикала барлыҡ милләттәр араһында тотороҡлоҡто һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе. – Махсус хәрби операцияның һөҙөмтәһе нисек булыры билдәле. Донъя тиҙ үҙгәрә һәм башҡа бер ҡасан да бер яҡлы булмаясаҡ. Көнбайыш донъяһы хәрби конфликттарҙың яңы усаҡтарын ҡабыҙып, илебеҙгә ҡаршы санкцияларҙы көсәйтә. Беҙҙе көсһөҙләндереү, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто емереү өсөн барыһын да эшләй. Рәсәйҙәге эске сәйәси хәлде ҡаҡшатыу өсөн, айырыуса милли республикаларҙа теләһә ниндәй ҡоралдар, каналдар, мәғлүмәт алымдары ҡулланыла. Бөгөн милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты емереү ынтылыштары гибрид һуғыш йүнәлештәренең береһе булып тора. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Ситуация үҙәге мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ваҡытта милли республикаларға, шул иҫәптән Башҡортостанға мәғлүмәт һөжүмдәре һаны күп тапҡырға артҡан. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләй, – тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикалағы дини хәлде ҡаҡшатырға тырышыуҙар дауам итә. Руханиҙарыбыҙҙың конструктив позицияһы рәсми булмаған дини төркөмдәр яғынан тәнҡит объекты булып тора. Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һәм Башҡортостан мөфтөйө Айнур Бирғәлин исеменә даими рәүештә ислам радикалдары яғынан ғәйепләүҙәр һәм янауҙар яңғырай. Миграция хәле ҡатмарлаша. Республикала легаль булмаған мигранттар, хәрби хәрәкәттәр биләмәһенән ҡасаҡтар һаны арта. Сит ил граждандарын һәм мигранттарҙы террор ғәмәлдәренә йәлеп итеү хәүефе арта. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә тимер юлда диверсиялар менән шөғөлләнгән Азербайжан һәм Тажикстандан колледж студенттары ҡулға алынды. “Телеграм-каналда асыҡланған селтәр деструктив формала Рәсәйгә ҡаршы һәм Украина яҡлы көн тәртибен формалаштыра. Ялған аңлатма, шул иҫәптән дини күрһәтмәләр аша улар халҡыбыҙҙа радикаль ҡараштар формалаштырырға, уларҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә ылыҡтырырға тырыша. Экстремистик телеграм-каналдарҙың күбеһе туранан-тура Украина яҡлы пропаганда таралыуына бәйле. Махсус хәрби операция башланыу менән улар мобилизациянан ҡасырға, украин милли формированиеларына ярҙам итергә саҡыра һәм башҡалар. Ошо шарттарҙа беҙҙең бурысыбыҙ – барлыҡ хәүефкә әҙер булыу, республикабыҙ халҡына ҡарата алдан уҡ теләһә ниндәй провокация ынтылыштарын булдырмау”, – тине Радий Хәбиров. Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй “Глобаль саҡырыуҙар шарттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу” фәнни-ғәмәли форумы асыла, тип билдәләне республика Башлығы. – Беҙҙең төбәк форумды үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Башҡортостан милләт-ара татыулыҡтың һәм берҙәмлектең, ижтимағи тотороҡлолоҡтоң яҡшы өлгөһө булды һәм булып ҡала. Республикабыҙҙа халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау өсөн шарттар булдырылған. Мәктәптәрҙә 13 туған тел (рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, немец, украин, беларусь, иврит, поляк, әрмән телдәре) өйрәнелә. 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, полилингваль мәктәптәр селтәре киңәйә. Республика халыҡтарының алты телендә матбуғат баҫмалары сыға. Беҙҙә республиканың күп һанлы халыҡтарын сағылдырған тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең үҙенсәлекле эш тәжрибәһе тупланған. 2020 йылдан башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре башҡорттар тупланып йәшәгән ете төбәктә асылды, – тине Радий Хәбиров. Валерий Шахов фотолары.
Ошо шарттарҙа беҙҙең бурысыбыҙ – барлыҡ хәүефкә әҙер булыу
8 ноября 20238 ноя 2023
3 мин