Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Мәскәүҙә 4 ноябрҙә асылған “Рәсәй” форум-күргәҙмәһендә республика экспозицияһы эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеү булды. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, беҙҙең күргәҙмә стенды 124 квадрат метр майҙанда урынлашҡан, уны йыһан карабы рәүешендә биҙәгәндәр. Унда төрлө тармаҡтарҙағы ҙур һәм алдынғы проекттар менән танышырға мөмкин. Улар араһында – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы, Евразия күсмә цивилизациялар музейы, “Берлога” милли киберфизик платформаһы, пилотһыҙ авиация кластеры, “Урал” тибындағы махсус иҡтисади туристик-рекреация зонаһы. “ФедералПресс” баҫмаһы төбәк экспозицияларына бойондороҡһоҙ баһа биргән, һәм уның һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан стенды иң яҡшыһы тип танылған. “Рәсәй” форумы алты ай эшләйәсәк, унда Башҡортостан төрлө тематик саралар үткәрәсәк. Башҡортостан Республикаһы көнө 3 декабрҙә үтәсәк, унда төбәктең ҙур презентацияһы ойошторола. Бынан