Бик күп нәмәләр юғалттым мин үҙ ғүмеремдә. Әммә бер ваҡытта ла кешене ғәйепләргә ашыҡманым. Кисә миңә бер танышым килгәйне, мин: "Сит илдән ҡайтҡаны бирле бер нәмәмде лә таба алмайым, әллә ҡайҙа һалғанмын..." - тинем. Ул: "Берәйһе алғандыр, фатирыңды бит гел кешегә ҡалдырып китәһең..." - тине. Мин: "Уй, кешене ғәйепләүе ҙур гонаһ! Алһында-а-ар!" - тигәйнем, танышым ныҡ аптыраны... Ошоға бәйле бик күп миҫалдар килтерергә була. Йәш саҡта Себерҙән ҡайтҡан ҡайынбикәм ҡайҙалыр һалған янсығын эҙләп, өйҙә ҙур ғауға ҡуптарғайны, шул һаман иҫтән сыҡмай. Аҙаҡтан ул тапты янсығын, үҙе һалған урынынан тапты, әммә күңелдә мәңгелеккә яра ҡалды. Берәй нәмәм юғалһа, мин шул ваҡиғаны иҫләйем. Бөгөн иһә минең өсөн табышлы көн булды. Бер ай буйына эҙләгән сит ил паспортымды таптым! Шуның арҡаһында сит илгә сығып китеү тотҡарланғайны бит инде. Дөрөҫөн әйткәндә, бик күп нәмәң булыуы башты бутай. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙың унарлаған сумкаһы бар бит инде, минең дә. Шуларҙың береһенең эсендә ятҡан документтарым! "Ҡот